Во время посещения сайта Вы соглашаетесь с использованием файлов cookie, которые указаны в Политике обработки персональных данных.

Семейный конфликт из-за подозрений в измене

Семейный конфликт из-за подозрений в изменеФото ИИ youtvnews.com.ru

Семейные тайны и неожиданные откровения

Тәүҙә ирем менән ҡайнымдарға көн һайын иртәнсәк һәм кис бара инек. Был хәл оҙаҡҡа һуҙылманы, сөнки үҙебеҙҙең дә мәшәҡәттәр етерлек ине.

Ҡәйнәм санаторийҙан ҡайтҡас, 15 көндән һуң беҙгә шылтыратып, шунда уҡ килеүебеҙҙе талап итте. Тауышы бик ҡаты ине. Беҙ ирем менән ҡурҡа-ҡурҡа барҙыҡ. Ҡайным башын эйеп ултыра ине.

Әйтегеҙ әле, һеҙ көн һайын иртәнсәк һәм төн алдынан килдегеҙме?

тип һораны. Алдап булманы, беҙ юҡ тип яуап бирҙек, әммә көнөнә бер тапҡыр килергә тырыштыҡ. Ҡәйнәм бик ныҡ асыуланды. Ул ҡайныма бәйләнә башланы, спальнялағы әйберҙәрҙең урынынан шылыуын әйтеп, уны кемделер алып килеүҙә ғәйепләне. Был хәлдән мин шаҡ ҡаттым. Уларға алтмыш йәштән уҙған, ниндәй сит ҡатын булыуы мөмкин, хатта уға ҡараған әбей ҙә юҡтыр. Ирем өндәшмәй торҙо, мин берәй нәмә әйтергә уйлағайным, ҡәйнәм мине әрләп ташланы.

Ирең йөрөй башлаһа, нишләрһең,

тип әйтте. Мин асыулана башлағайным, ирем мине ҡымтып, өндәшмәҫкә ишара яһаны.

Ҡайным тыңлап ултырыуҙан ялҡты булһа кәрәк. Ул өҫтәлгә ҡаты итеп һуҡты ла,

Етте! Тым! Балаларҙың ни ҡыҫылышы?! Йөрөргә төн бар, уларҙы мине иртәле-кисле һаҡлаттырыуҙан ниндәй файҙа?

тип ҡысҡырҙы. Ҡәйнәм шунда уҡ тынып ҡалды. Ҡайнымдың был ҡылығы мине хайран итте. Уны өндәшмәҫ, йыуаш тиһәләр ҙә, ана нисек яһил ҡәйнәмде тиҙ генә урынына ҡуйҙы.

...

  • 0

Популярное

Последние новости